Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Миякинский район Республики Башкортостан

Яугир, ат кәрәк!

15 Мая 2020
34
0

Дим буйҡайҙарында аҡ томан... Көн аяҙ булыр, тип юрайҙар иртәнге аҡ томанды. Ҡыйғас-ҡыйғас тау һырттары аръяғынан яңы көн килә... Һауаһын һулап туйғыһыҙ, йәмен күреп ҡыйғыһыҙ тымыҡ иртә... Башҡаса ҡабатланмаҫтай күркәм, ғәзиз яҡты мәл.

Ҡояштың тәүге нурҙары һырт башында торған көтөүсегә һарыла. Ат бышҡырыуынан, тоноҡ ҡына тояҡ тупырҙауынан башҡа бер тауыш та юҡ.

Йылҡы көтөүселәр – йәштәр. Эшсән тураттарҙың, һомғол бейәләрҙең һәр ҡайһыһын танып, ҡушаматтары менән белә улар. Ә ҡолонсаҡтар һуң! Тумалаҡ тояҡлы шаян ҡолондар инәләре янында шәп – тамаҡтары туҡ, хәүеф-маҙар юҡ. Берсә тупырҙашып уйнаҡлап китәләр, берсә инәләренең алдына-артына сығып иркәләнәләр.

“Керчь-киррич...”

Тымыҡ Димде һыулап ултырған ауылдарҙың береһе Илсеғол Миәкә районы сигендә урынлашҡан. Һыубаҫар туғайҙар буйлап семәрле ҡалҡыулыҡтар араһынан һуҙылған был яҡты үҙәндә ауылдар йыш: Илсеғол, Нарыҫтау, Сергеевка... Уларҙы “миллионер” тигән да­ны сыҡҡан “Большевик” колхозы бер­ләш­терә. Республикала дүрт кенә күмәк хужалыҡ “миллионер” дәрәжәһенә күтәрелгән. Колхоздың һәр брига­даһында ат һарайы бар, ҡайҙа бейә бәйләйҙәр, ҡайҙа йылҡы өсөн һәйбәт типкен-көтөүлек.

Был яҡтарҙа әүәлдән ат бик күп булды, ныҡ үрсене, йәйен-ҡышын ҡыл­ғанлы далаһын, тигеҙ тау арҡаларын, иркен үҙәндәрен ҡаплап аттар йөрөнө. Икенсе донъя һуғышының ҡара яуы ҡупҡан осорҙа ла ауылда аттар ҡош кеүек ныҡ ишәйҙе, халыҡ ат ярҙамында колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшен еңеләйтте. Был аттар араһында иң данлыһы, иң һылыуы, иң ҡәҙерлеһе лә бар ине. Ярты быуат ваҡыт үтһә лә (бөгөн Бөйөк Еңеүгә етмеш биш йыл булып китһә лә!), илсеғолдарҙың телендә һәм йөрәгендә тирбәлә ул аттың исеме. Өлкәндәр һағынып, йәштәре ғорурланып һөйләр бер ат тарихы йәшәй был яҡта...

Дим туғайын яңғыратып кешнәп ебәрер ҡара айғыр... Ҡыҙыл Армия өсөн махсус тәрбиәләнгән РККА тоҡомо, Орлов юртағы. Улар тоҡом яҡшыртыу өсөн ауылдарға таратыла. Колхоздың бер күрке булып тора: айырым ашатыу, айырым тәрбиә, ҡолондарының бәкәл-тороҡтары үлсәнеп кенә тора – тоҡом теүәл һаҡланырға тейеш!

Элекке колхоз рәйесе Харис Зарипов 1940 йылда Өфө янындағы ат заводынан һатып алған саҡта йәш дүнәндең – өс йәшлек тайҙың ҡушаматын да әйттеләр. Ғәҙәти түгел ине, ҡылыс сыңы кеүек яңғырауыҡлы, сәйер ине тоҡом айғыры буласаҡ малдың ҡушаматы – “Керчь”! Халыҡ уны башҡортсалатып, йомшартып: “Кирич!” тине. Ат та йәш, рәйестең дә мыҡты ир-егет сағы: айғыр бик өркә, кешеләрҙе ятһына. Харис уны яйлап ҡына тәүҙә үҙенә эйәләштерә, күгәрсен кеүек гөрөлдәп кенә исемен әйтә: “Керчь-киррич...” Төндә генә алып сығып китеп, етәкләп ауыл урамдарынан йөрөтә, шунан менгегә өйрәтә, Дим ярын, тау буйҙарын иңләй... Керчь бик ирәбе, ҡыйыу, аҡыллы айғыр була. Уның Нарыҫтау һыртында ике бүрене тапап-талап баҫтырыуын күргән кешеләр иҫтәре китеп һөйләй. Йылҡы өйөрөн матур бейәләре йәмләй, тупырлашып ҡолондары уйнаҡлай... Һуғышҡа алып китергә күрһәтмә килгәс, халыҡ ябырылып килеп уның менән хушлаша, атты һөйөп, шәкәр, икмәк ашатып, йылы һүҙҙәр әйтеп, теләк теләп ҡала.

Үҙ-ара әңгәмә булһынмы, мәктәптә йә клубта осрашыуҙармы – Илсеғолдоң һәр кешеһе Керчь тураһында күргән-белгәнен һөйләп ҡалырға тырыша.

Уҡытыусы-ветеран Закуан Төхфәтуллин һүҙен, ғәҙәттә, шулай башлай: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылда, Башҡорт кавалерия дивизияһына Миәкә районынан киткән ҡыҙылармеецтар беҙҙең ауыл аша үтте. Уларҙың тышҡы ҡиәфәте былай ине: бөтәһе лә аҡ тун кейгән, башҡорт аттарына атланған, улар эскадрон-эскадрон булып йырлап бара. Ауылдарҙың халҡы юл ситенән теҙелеп ҡарап, ҡул болғап, хәйерле, изге юл теләп, оҙатып ҡала. Ошо ваҡытта беҙҙең ауылдаштар ҙа, колхоз аттары ла төркөм-төркөм булып тупланып фронтҡа китте – Башҡорт дивизияһы тупланған ергә оҙатылды.

Әйткәндәй, Башҡорт кавалерия ди­визияһын булдырыу тотошлай халыҡҡа йөкмәтелә: фермаларҙа һарыҡтар һуйыла, тиреләр иләнә, аҡ тундар тегелә, эйәрҙәр яһала, кейеҙҙәр баҫыла, сергетыштар әҙерләнә... Йүгән, дилбегә һәм башҡа кәрәк-яраҡ етештереү ҙә республика халҡы елкәһендә. Аттар ҙа колхоздарҙан иң яҡшылары һайлап алына, республиканан йәмғеһе 13,5 мең баш ат фронтҡа оҙатыла. Ә ҡалған ҡатын-ҡыҙға һәм бала-сағаға ни хәл итеп сәсеп-урырға, ни хәл утын ташырға... Ләкин бер кем дә икеләнмәй: “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!”

“Беҙҙең дивизия тупланған урынға Керчь 1942 йыл башында килтерелде. Тәүге мәлдә 1-се полк командиры урын­баҫары Әсфан Ғәбитовта, аҙаҡ майор Ибраһим Фәттәховта йөрөнө. – Был иҫтә­лектәрҙе һөйләгән Сәлим Мөхәмәтйәнов баштан уҡ дивизияла ат ҡараусы-коневод булып хеҙмәт итә. – Керчты шунда уҡ таныныҡ, ул да беҙҙе танып быш­ҡырып ебәрер ине. Ҡарап йөрөйөк, тип килештек, егеттәр менән уны күҙҙән ысҡындырманыҡ. Фәттә­ховҡа ла ныҡ­лап әйтеп ҡуйҙыҡ, атты яҡшы беләбеҙ, колхоздың иң ҙур байлығы, тинек.

Керчтың нисек һуғышҡа ингәнен, нисек сапҡанын, нисек яраланғанын да күрҙем. Висла йылғаһын сыҡҡан саҡта хәтәр бомба аҫтында ҡалынды, Керчтың янбашына бомба ярсығы тейеп, ҡаны сәптереп сабып бара ине. Уны нисек тә ҡыуып етеп, хужаһына әйтеп, яраһын тиҙ генә тегеп ҡуйҙыҡ... Ярай әле һөйәге имен ине”.

Керчтың яу юлдарын күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Һуғыштан ҡайтҡан берҙән-бер ат дивизия өсөн йөрәге янған бер кемде лә битараф ҡалдырмай, әлбиттә. Билдәле шағир Ҡадир Даян да һуғыштан ҡайтҡан ат тураһында “Совет Башҡортостаны” гәзитендә яҙып сыға. Ул, гүйә, Керчь менән “һөйләшә”, уның уйҙарын яҙып ала: “Аҡ бәкәлле ҡара айғыр атланған гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов, Шпрее йылғаһын кискән саҡта һикереп төшөп, атының эйәрен бушатты. Беҙҙең башҡорт аттары был йылғаның тәмен белә, бына тағы ат эсерәбеҙ, тип уйлай майор.

Ә йотлоғоп һыу эскән Керчь башҡорт яугирҙәре тарихын белмәй, әлбиттә. Ләкин ул бына нисәмә йыл һуғыш ҡырҙарын үтте. Брянск, Воронеж өлкәләре артта ҡалды, тәрән ҡарлы, әсе елле Дон далалары үтелде. Керчь ниндәй генә юлдарҙан, ниндәй генә ҡыр-урмандарҙан сапманы! Белоруссия урмандары, Польша дошмандан таҙартылды, инде Германия ерҙәре башланды. Дивизия Еңеү таңын Бранденбург янында ҡаршыланы. Ҡыуаныстан илаш­ҡан кавалеристар, аттарын ҡосаҡлап: “Беҙ еңдек! Һуғыш бөттө! Башҡортос­танға ҡайтабыҙ! Ниҙәр генә күрмәнек беҙ һеҙҙең менән, малҡайҙар!” – тип ҡысҡырышҡанда, Керчь һәм башҡа аттар, күңеле тулғандай, тынып ҡалды.

Эйе, Керчь күпте күрҙе. Ике тапҡыр ҡаты яраланды. Ауыр оҙон юлдарҙа ныҡ ябыҡты. Һалдат ни күрһә, аттар ҙа шуны күрҙе. Керчтың хужаһы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов дүрт тапҡыр орден, өс мәртәбә миҙал менән наградланды. Бәлки, үҙен нисәмә тапҡыр ут эсенән имен алып сыҡҡан ваҡыттарҙа майор атын кире Башҡортостанға алып ҡайтырға үҙ-үҙенә ҡат-ҡат ант иткәндер...”

Керчты ҡайтарырға!

Дивизияның аттарын, һуғыш тамам­ланғас, төрлө яҡҡа тарата башлайҙар, иң аҙаҡҡы 8 мең атты көньяҡ Украинаға һәм Кавказға оҙаталар. Шулай, Баш­ҡорт­останға яугир аттар кире ҡайта­рылмай. Улар менән айырылышыу кавалеристар өсөн иң ауыры була. Атта­рының муйынына аҫылынып ҡысҡы­рышып илаша егеттәр, малҡайҙарҙың да күҙҙәренән сөбөрҙәп йәш ҡойола, ләкин хәрби бойороҡ... ни хәл итәһең. Был турала яугирҙәр һөйләргә яратмай...

Илсеғол ҡарттарының береһе Ғәй­нулла Ниғмәтуллин һуғыштан ҡайтҡас, колхозда бухгалтер булып эшләй. Бына ниҙәр хәтерләй ул: “1945 йылдың ноябрь айында беҙгә райкомдан хәбәр килде: һеҙҙең атығыҙ иҫән икән, ҡайтаралар икән, майор Фәттәхов алып ҡайтҡан икән, тинеләр. Ошо уңай менән халыҡты йыйҙылар. Колхозсылар бер тауыштан, Керчты ҡайтарырға, тигән ҡарар сығарҙы. Шунан атлы дивизияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Солтан Илекәйев менән Мәжит Рәхмәтуллинды Өфөгә ебәрҙек. Улар Керчты алып ҡайтты. Ноябрҙең етеһе ине. Икеләтә байрам. Керчь ҡайтҡас инде беҙҙең ауылда бик ҙур тантаналы йыйын булды. Тирә-яҡтан атты күрергә ифрат күп халыҡ йыйылды”.

Солтан Илекәйев күҙ йәштәрен тыя алмай, малайҙар кеүек мыршылдап, һөйләй ҙә һөйләй: “Атты тимер юлдан алып ҡайттыҡ, вагон Аксен станция­һына етәрәк, малҡайыбыҙ һис сыҙамай тулай башланы бит. Таң беленеп килгән саҡ. Вагондан атылып, уҡталып һикереп төштө! Ышанмаған кеүек, тып-тып итеп баҫып ҡарай тыуған ергә! Башын сайҡап, алыҫ офоҡта күгәреп беленеп торған Нарыҫтау һыртына ҡарай, үҙе ғыршыл­дап йыш-йыш тын ала, шунан гөрһөл­дәтеп кешнәп ебәрҙе! Аяҡтары менән ерҙе сапсып түҙмәй, шул яҡҡа ынтыла!..”

Гүйә, уны һуғышҡа тиклемге тыныс бәхетле туғайҙар, көләс яғымлы йырсы кешеләр көтөп тора! Һағынған шул малҡай, бик өҙөлөп һағынған! Артабан ауыл яғына табан ул йомолоп саба, биш саҡрым етәрәк бер туҡтауһыҙ кешнәй, тауыш бирә! Шулай кешнәй-кешнәй ауылға килеп инә ул, һәр ҡапҡаға тиерлек боролоп, ынтылып ҡарай... Дивизиялағы бөтә аттар ҙа хыялланғандыр ошолайтып иҫән-имен тыуған Урал буйына ҡайтыу хаҡында”.

Фарман ҡағыҙы маршал Семен Буденныйҙан алына

Ысынлап та, майор Фәттәхов һүҙендә тора, дивизияла хеҙмәт иткән шанлы “Илсеғол ҡарттары” ла уға ныҡлап әйтеп ҡуя шул: “Теләһәң нишлә, майор, ләкин атты алып ҡайтабыҙ! Ҡара уны, майор, башың менән яуап бирәһең! Керчһыҙ ҡайтһаң, Башҡортостанда урын юҡ һиңә!” Шулай ҙа рөхсәтһеҙ бер ниндәй эш тә булмай ул ҡаты заманда: дивизия комиссары Мөбәрәк Нәзиров һүҙе буйынса, атты тыуған иленә ҡайтарыу ха­ҡында хатта генерал Миңлеғәле Шай­моратовтың әйтеп ҡалдырған нәҙерен-теләген дә ҡушып, фарман ҡағыҙы маршал Семен Буденныйҙан алына. Махсус бойороҡ яҙа совет кавалерияһы маршалы. Үткер ҙә егет була шул майор Фәттәхов! Иң төптәге тауар вагонына йәшереп алып ҡайта Керчты. Кем менән, нисек килешкәндер – уның эше. “Большевик”тар ҙа уны “буш итмәй”: колхоз умарталығынан бер тәпән бал, һимеҙ тәкә һуйып, күстәнәс килтерәләр.

Аҙаҡ майор үҙе бер нисә мәртәбә Илсеғолға, Керчҡа (!) ҡунаҡҡа килеп китә, яугир юлдашының хәлен белешеп тора. “Керчь, һин – минең ҡотҡарыу­сым”, – тип тә ҡат-ҡат әйтә ул. Атҡа күстәнәсен – бер нисә кило шәкәрен ҡалдыра. Уның менән бергә 1947 йылда полковник Сәйфулла Хәбиров та Илсеғолға килә. Яугир ат янында улар, данлы дивизия рухын тойоп, хәтирәләр яңыртып ҡайтып китә.

Атты алып ҡайтыуҙы закон яғынан нығытҡан һәм үтәгән уҙамандарҙың һүҙен уҡытыусы-ветеран Закуан Төхфәтуллин дауам итә: “Керчь ауылға килеп инеү менән урамды яңғыратып кешнәп ебәрҙе, тип һөйләй торғайнылар. Атты бала-саға, барса халыҡ уратып алған, иҫтәре китеп ҡарап тора. Ат шул тиклем матур ине шул: көмөш йүгәнле, бейек ҡупшы эйәрле. Уның һуғыштан ҡайтыуы бик ҙур ваҡиға булды – атҡа ҡарап, үҙебеҙҙең атай-ағайҙарҙың данлы фронт юлын иҫкә алабыҙ, күҙ алдына килтерәбеҙ, һағыштарыбыҙ баҫылғандай була... Был ат беҙгә ҡәһәрле яуҙы, кавалерия дивизияһының ауыр яҙмышын хәтерләтеп торор булды. Иртә таңдан йәки киске эңерҙә уның гөрһөлдәтеп кешнәгән тауышы һаман да иҫтә. Алыҫ-алыҫҡа яңғырап китә ине уның кешнәүе... Ауыл халҡы Керчты шул хәтле яратты, уға һоҡланып, уның менән йыуанып йәшәне”.

Һуғыштағы ғәҙәтен онота алмай малҡай

Һуғыштан ҡайтҡан атты байтаҡ йылдар колхоздың ат ҡараусыһы Хәбибулла Йосопов үҙ йортонда аҫраған, бик тәрбиәләп ҡараған. Хәбибулла Йосо­повтың Керчь менән бергә төшкән фотоһын әлеге көндә Октябрьский ҡалаһында йәшәгән улы Фәрүәз Йосопов ҡәҙерләп һаҡлай. Айғыр колхоз бейәләрен байтаҡ йылдар өйөрөп йөрөтә, ҡолондары күп була. Шуныһын да ғәжәпләнеп һөйләй кеше: әгәр ҙә күк дөһөрләһә, Керчь ергә һуҙылып лыпын ята торған була, уның ыңғайына бейәләр ҙә, ҡолондар ҙа ергә һыйынып тынып ҡала. Һуғышта артиллерия тауыштарын ишетеү менән, команда буйынса ергә ятыу ғәҙәтен оҙаҡ онота алмай малҡай.

Илсеғолда һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, яуҙан ҡайтҡан Керчты ҡараусы­ларҙың береһе Фәйзулла Ғүмәров та ат тураһында бик матур иҫтәлектәр һөйләй: “1947 йылдар ине... Һуғыштан һуң тәүге һабантуй үткәрелде. Район үҙәге янында халыҡ йыйылды. Бөгөнгө кеүек хәтеремдә, фронттан ҡайтҡан эмблемалы йүгәнде кейҙереп, муйынына ҡыҙыл тағып, Керчты һабантуйҙың уртаһына ҡуйҙылар. Уны һабантуйға барған бер кем дә күрмәй ҡалмағандыр, моғайын. Әбей-һәбей ситтән илашып ҡарап тора. Ә һуғышта булғандар, айырыуса кавалеристар, атты һөйөп-ҡосаҡлап, ялын-йүгәнен тотоп ҡарап, һыйпап, янында илашып киткәндәре әле лә күҙ алдымда. Бынан һуң байтаҡ йылдар әле Керчь һабантуйҙарҙа ҡатнашты. Йыл һайын кеше көтөп торор ине, быйыл да Керчь буламы, алып киләләрме, Керчь ҡатнашамы икән, тип һөйләшеүҙәрҙе, көтөүҙәрҙе ишетә торғайныҡ”.

Бына ошондай иҫтәлектәр йәшәй Керчь тураһында. Илсеғол халҡының, һуғыш ветерандарының яугир аттар тураһында иҫтәлектәре йәш быуын өсөн дә ифрат ҡәҙерле һәм фәһемле. Бәлки, шуғалыр ҙа Илсеғол мәктәбендә ат яратыусылар түңәрәге ойоштороу кәрәк булғандыр. Түңәрәккә етәкселек иткән рус теле уҡытыусыһы Әлфирә Вәрис ҡыҙы Гәрәева фекеренсә, оло яуҙан урап ҡайтҡан Керчтың иҫтәлектәрен яңыртыу балалар, ауыл яҙмышы өсөн бик мөһим була. Уҡыусылар аттар тураһында китаптар йыя, картиналар туплай, стендтар, альбомдар төҙөй.

Ошо ат темаһын, ғөмүмән, башҡорт аттары темаһын күтәреп йөрөгән тағы бер тынғыһыҙ уҙаман бар: Кәрим Хыял улы Булатов, уҡытыусы-методист, БИУУ-ла эшләне. Ул – балаларға коммуникатив ысул, йәғни әңгәмәләшеү юлы менән белем бирергә өндәгән шәхес. 1985 йылда ул миңә беренсе булып Керчь тураһында һөйләне. Шунан мин, Миәкәгә барып, Әлфирә Вәрис ҡыҙы менән таныштым.

Илсеғол мәктәбе балалары аттарҙы яҡлау, тәрбиәләү хаҡында халыҡ алдында сығыштар яһай. Улар бер нисә йыл буйы колхоздың ат һарайына шефлыҡ итә: һарайҙарҙы таҙартыша, аттарҙы ҡараша. Йәй аттар өсөн бесән әҙерләүҙә лә малайҙар дәррәү ҡатнаша. Эҫе көндәрҙә һәм эштән һуң аттарҙы Дим йылғаһына алып барып һыу индереү, йөҙҙөрөү, ял иттереү, төндәрен ат көтөүен ҡарауыллау уларҙың яратҡан шөғөлө була. Айырыуса аттар менән бергә һыу ҡойоноу, тирләп-бешеп йонсоп эшләгән аттарҙы йыуындырыу, йылғала йөҙҙөрөү – малайҙарҙың иң күңелләнеп эшләгәне.

Ат яратыусылар түңәрәген “Большевик” колхозы ла бер ни хәтлем үҙ ҡарамағына ала. Түңәрәккә ун ике ат беркетелә. Аттарҙы өйрәнеү буйынса күнекмәләрҙе бригадир Рим Заһитов менән зоотехник Илдус Илекәйевтәр үткәрә.

Керчь нисәнсе йылға хәтле йәшәй?

1959 йылда колхоздың ит тапшырыу планын үтәү өсөн уны Раевка ҡасабаһына ит заводына оҙаталар. Аяҡтары ауырта айғырҙың, кәре киткән була, ләкин уға бысаҡ һалырға бер кемдең дә ҡулы бармай. Бер нисә ай завод территорияһында уны-быны ташып ваҡ эштә, ике тәгәрмәсле бәләкәй арба менән халыҡҡа брикет таратыуҙа йөрөй. Илсеғол кешеләре уны 60-сы йылдарҙа ла Әлшәй урамында күреп, танып, ҡосаҡлап һөйөп, илашып китә. Сатанлап көскә атлай башлағас, ат паркта ғына утлап, йылғаға төшөп һыу эсеп йөрөй. Шунан бер Әлшәй кешеһе (исеме билдәһеҙ) уны алып ҡайтып ҡараған, имеш, вафат булғас, хөрмәтләп ерләгән, тигән һүҙҙәр ҙә бар.

Тимер юл буйында үлән сүпләп йөрөгәнендә рельсҡа эләгеп йығылып ҡалған, тигән хәбәр ҙә йөрөй. Булһа ла булғандыр... Һәр хәлдә 60-сы йылдарҙа, Хрущев заманында, аттарҙы бөтөрөү сәйәсәтен дә татып китә яугир-малҡай... Ысынын әйткәндә, Илсеғол халҡы был хаҡта һөйләй алмай, улар күҙҙәрен йәшерә, һәр кем үҙен ғәйепле тоя. Атты ауылда ҡалдыра алмағандары өсөн улар һаман да үкенә, ләкин заманаһы шулай, бойороҡтар үтәлергә тейеш була…

Ана, колхоз тайҙары араһында ҡара төҫтәге, һомғол һәм йылғыр бер дүнән бар – маңлайындағы ҡашҡаһы, бәкәл­дә­ренең аҡлығы, үҙенең баш бирмәҫ холҡо менән Керчты хәтерләткәнгә уға ҡолон сағынан уҡ ҡушамат әҙерләнгән – “Керчь!” Әлбиттә, йәш тай яугир Керчтан бәләкәйерәк, команда менән ут эсенә ташланған айғырҙың мөһабәтлеге һәм сая ҡыйыулығы ла бөгөнгө малҡайҙа самалы. Шулай ҙа ул, Керчь – малай­ҙарҙың яратып менгәне, йүгәнләргә хыялланғаны...

Хәҙер инде заманалар үҙгәрҙе, аттар ҙа һирәгәйҙе...

Был ваҡиғалар буйынса Башҡортос­тан телевидениеһында документаль фильмдар ҙа төшөрөлдө, ветерандарҙың теләге илгә ишетелде, ләкин заман башҡа – заң башҡа... Урамда бөгөн 2020 йыл, Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл. Был иҫтәлек­тәрҙең һәм уй-теләктәрҙең йөрәктәрҙе ял­мап алған ваҡытынан утыҙ биш йыл үтеп киткән. Был тулҡынландырғыс хәлдәрҙе һөйләгән һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары күптән бер-бер артлы баҡый­лыҡҡа күскән. Бөгөн Илсеғол ныҡ үҙ­гәрҙе. Балалар һаны кәмей, аттар ҙа бик аҙ, ҡымыҙ бейәләре генә ҡалды. Мәктәп уҡыусылары ат яратыусылар түңәрәгенә лә йөрөмәй. Ауылда ат тотҡан кеше һирәк. Һырттар буйлап көн һайын сиратлап ҡарауылға сыҡҡан ир-егеттәр, ярһыу аттарҙа сапҡан, оҙон сыбырт­ҡылар шартлатып сит ауыл көтөүҙәрен, саҡырылмаған ҡунаҡтай әрһеҙ сит кешеләрҙе кире ҡыуған, төбәктең именлеген ҡурсалаған “Илсеғол ҡарттары” әкиәт итеп кенә һөйләнә...

Ауыл уртаһындағы паркта бер оло таш ята – ул Керчҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдең нигеҙ ташы, постаменты. Ташты бынан утыҙ биш йыл элек, 1985 йылдарҙа уҡ, ауылдың һуғыш ветерандары һәм колхоз рәйесе Александр Куликов килтереп һалдырған.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнгән мәлдә Илсеғол йәштәре йәнә күтәрҙе был һорауҙы: “Әйҙәгеҙ, Башҡорт кавалерия дивизияһының иҫән-имен илгә ҡайтарылған аты – Керчҡа һәйкәл ҡуяйыҡ! Республика Башлығының грантын юллайыҡ, рәссам-скульпторҙы табайыҡ һәм Керчты тағы ҡайтарайыҡ! Ат кәрәк бит беҙгә, яугир ат рухы кәрәк! Уның ҡото беҙгә кире ҡайтырға тейеш”.

Миәкә районының Илсеғол ауылына яҡын ғына Нарыҫтау итәгенән урғылған шифалы Изге шишмә һыуын эсергә, күркәм мәсетендә намаҙ уҡырға мөмкин. Тауҙа Алтын Урҙа дәүере батырҙары Иҙеүкәй менән Мораҙым хәтирәләрен һаҡлаған зыяратты, башҡорттарға мең ярым йыл элек үк ислам дине тәғлимәтен таратҡан сәхәбәләр хөрмәтенә төҙөлгән тажлы ҡорамды күрергә төрлө яҡтан халыҡ ағылып килә. Башҡорт кавалерия дивизияһын данға күмгән аттарға, һуғыштан тыуған ергә ҡайта алған Керчь ҡушаматлы ғәзиз яугир атҡа һәйкәл дә ҡуйылһа, боронғо Илсеғол ауылы йәнә күтәрелеп ҡалыр ине – милли ғорурлыҡ булырҙай был ваҡиға беҙҙең башҡорт халҡы тарихында балҡып тора бит.
Автор: Сәрүәр СУРИНА
Башҡортостан гәзите
  • Яугир, ат кәрәк!